Милләттең йөҙөк ҡашы булған тел уҡытыусылары, беҙҙең сайтҡа инеүсе ҡунаҡтар, туған телде һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!!!

Башҡорт теле уҡытыусылары һәм тел уҡытыуға битараф булмағандар өсөн аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, көнүҙәк проблемаларҙы бергәләп хәл итеү урыны булған “Остаз” cайты барығыҙҙы ла сәләмләй! Сайтыбыҙҙың эшлекле төҫ алыуы һәм юғары кимәле һәр беребеҙҙең әүҙем эшмәкәрленә бәйләнгән. Файҙалы ла, уҡытыусыларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаусы кәңәшсе булыуы барыбыҙға ла бәйләнгән. Ойошҡан берҙәм, тупланған, ныҡышмал, сәмсел, телһөйәр, илһөйәрҙәр, һеҙҙе сайтыбыҙҙа күрергә теләйбеҙ. Уҡытыусы абруйы туранан тура уҡытҡан фәнендә лә сағылыш таба. Шуның өсөн беҙгә иң алдынғылар рәтендә торорға, уҡыу-уҡытыу процесы яңылыҡтары менән хәбәрҙар булырға, бер-беребеҙҙең эшен өйрәнергә һәм яҡшы тәжрибәне таратырға тейешбеҙ. Бына шундай мөмкинселек майҙаны булараҡ сығыш яһай “Остаз”.

Сайтыбыҙҙа һеҙҙең иң яҡшы дәрес өлгөләрегеҙҙе, кластан тыш саралар конспекттарын, фәнни-ғәмәли эштәрҙе, сағыу презентацияларҙы, методик ҡулланмаларҙы һәм уҡыусыларығыҙҙың ижади эштәрен баҫтырыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн ресурстарҙы, шулай уҡ һорау, кәңәштәрегеҙҙе лә беҙҙең электрон адресҡа ебәрергә кәрәк: ostasgaseta@yandex.ru. Даими авторҙар иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Ғөмүмән, “Остаз”дың бер сараһынан да тороп ҡалмаҫҡа, иң әүҙем һәм алдынғылар рәтендә булырға саҡырабыҙ!


Беҙҙең чат

Написалyliya.1987
14 мая 2013

ГОЛОСУЮ ЗА САМОГО ЛУЧШЕГО УЧИТЕЛЯ НАШЕЙ МЕСЯГУТОВСКОЙ ГИМНАЗИИ - ВАЛЕЕВУ АЛЬФИЮ РАФКАТОВНУ!!!! ТЫ ДОСТОЙНА ЭТОГО ЗВАНИЯ!!!
НаписалКалина
1 апреля 2013

Наша учитель самая лучшая!!! Мы за Вас, Ляйсян Тимербяковна!!!
Написалz.nail
1 апреля 2013

Мы за Лилию Азаматовну!
Написал89033124719
30 марта 2013

голосую за Лилию Азаматовну.
НаписалMaksimQa
30 марта 2013

Голосую за Лейсян Тимуровну , 6г
НаписалMaksimQa
30 марта 2013

Лейсян Темуровна Вы лучшая , мы всей школой вас поддержим.
Написалvlad
30 марта 2013

кто победил?
НаписалPolina
30 марта 2013

Я за Ляйсян Тимербяковну Лапухину! обожаю башкирский , только из-за этой учительницы! Школа 12 3 В Полина Н. Выиграй!
НаписалLiana Gallyamova
30 марта 2013

ГОЛОСУЮ ЗА САМУЮ ЛУЧШУЮ УЧИТЕЛЬНИЦУ ШКОЛЫ №12 ЛАПУХИНУ ЛЯЙСАН ТИМЕРБЯКОВНУ, 7В МЫ ВАС ЛЮБИМ!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!
НаписалУралия
30 марта 2013

babai! рәхмәт тик кәрәге юҡ.Грамота бит яҙылған)))

Только зарегистрированные посетители могут писать в чате.
"Минең Рәми" башланды!!!


17 майҙа Өфөләге Конгресс-холл алдындағы майҙанда үҙенсәлекле проект – «Минең Рәми» тип аталған шиғри марафон ойошторола. Сәхнәнән халыҡ шағиры төрлө йылдарҙа яҙған шиғырҙар яңғырай. Уларҙы студенттар, уҡыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар, ғөмүмән, барлыҡ теләүселәр яттан һөйләйәсәк. Нәҡ 20 сәғәт 45 минутта флешмоб ойошторола: майҙанда йыйылыусылар бөтәһе бергә «Туған тел» шиғырын уҡый. Ошо уҡ күренеш Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе кеүек эре ҡалаларҙа һәм Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә лә ҡабатлана. Барығыҙҙы ла тәүге шиғри флешмобта ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Ойоштороусылар – «Юлдаш» радиоһы, «Ватандаш», «Шоңҡар» журналдары, «Йәшлек», «Киске Өфө» газеталары, Өфөнөң Киров районы хакимиәте, «Карауанһарай» студияһы.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең рәсми сайты буйынса.


Йортона һуғыш еле ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр ул. Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында һеҙҙең ғаилә ниндәй хәтирәләр һаҡлай?



Әминә ВӘХИТОВА, пенсиялағы уҡытыусы, Ғафури районы Туғай ауылы: Бөйөк Ватан һуғышы йылдары минең хәтеремдә уңалмаҫлыҡ эҙҙәр ҡалдырҙы. Ул минең ғәмһеҙ бала сағымды урланы, атайымды һыңар аяҡ менән ҡайтарҙы, ағайымдың ғүмерен өҙҙө. Был ҡәһәрле һуғыш әҙәм балаһының кескәй генә шатлыҡтарын, оло өмөттәрен юҡҡа сығарҙы.
Тотош ауыл типһә тимер өҙөрлөк көслө, имәндәй ныҡлы улдарын һуғышҡа оҙата. Һәр кем үҙ яҡындарын гармун моңона, күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарына ҡағылырлыҡ һағышлы йырҙарына әсе күҙ йәштәрен ҡушып, оло юлға сыҡҡансы оҙатып барҙы. Ошо мәлдәге илаш-һыҡташты, хатта беҙ, 10 йәшлек бала-саға ла, бик ауыр кисерҙек. Тап ошо ваҡыт беҙҙе балалыҡтан сығарҙы.
Ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөткәс, бөтә эш ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм үҫмерҙәр иңенә төштө. Кесе йәштән оло апайҙарға эйәреп, ураҡ урырға, көлтә бәйләргә һәм башҡа эштәргә өйрәндек. Һуңынан ул көлтәләрҙе ат арбаһына тейәп, ырҙын табағына ташыйбыҙ, олораҡтар бәләкәй движок менән иген һуға, ә беҙ, үҫмер ҡыҙҙар, көнө-төнө ҡул менән шул ашлыҡты елгәрәбеҙ. Хәлдән тайып, арып, шул иген өҫтөнә йығылып йоҡлап китә торғайныҡ. Эйе, һуғыш беҙҙең бала саҡты урланы, йәшел сирәмдә рәхәтләнеп уйнар урынға, ашарға яраҡлы үлән эҙләп, ялан-урмандар гиҙергә мәжбүр итте. Ә атай, ағайҙарыбыҙ утлы, ҡанлы юлдарҙы үтеп, илем, Ватаным азатлығы, балаларҙың тыныс, бәхетле киләсәге өсөн тип фашистар менән алышты. Яуға киткән ауылдаштарҙың барыһы ла әйләнеп ҡайта алманы, бөгөнгө имен тормошобоҙ өсөн үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итте. Ҡайтҡандары ла алған яраларынан йүнәлә алмайынса, күптән вафат инде. Бына, мәҫәлән, беҙҙең Ғафури районы Туғай ауылында бер генә һуғыш ветераны ла ҡалманы (иң һуңғыһы үлгәнгә лә 10 йыл инде). Тыл ветерандары ла, һуғыш осорона тура килгән тиңдәштәрем дә бик әҙ ҡалып бара инде.
Эйе, һуғыш хәсрәтен, юғалтыуын күрмәгән бер генә ғаилә лә юҡтыр ул.
Атайым Хәбибнәжәр Вахитов (Ҡотлоғужа ауылы) Ленинград фронтында минаға баҫып, бер аяғын тубыҡтан киҫтереп ҡайтты. Инвалид булыуына ҡарамаҫтан, тырышып эшләп, беҙҙе, 5 баланы, тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, оло тормошҡа сығарҙы. 83 йәшендә вафат булды. 1926 йылғы Миңнеәхмәт ағайым 16 йәше тулыу менән фронтҡа китеп, Чехословакияны азат иткәндә һәләк булды.
Ошоларҙы уйлаһам, йөрәгем әрней, күҙҙәремә йәш тула. Халҡыбыҙҙың ул йылдарҙағы берҙәмлегенә, тырышлығына, сыҙамлығына хайран ҡалам. Эйе, ошо сифаттар менән еңеүгә өлгәштек беҙ. Бөгөн, шөкөр, тормошобоҙ тыныс, имен. Ҡарттар тураһында хәстәрлек күрелә. Тик шулай ҙа ҡайһылыр тарафта һуғыш уты тоҡаныуы һәм үҙ-ара ярышып үлтереш, утлы ҡорал етештереү хафаға һала. Шуға ла үткән һуғыштың бөтә михнәттәрен кисергән оло кеше булараҡ, илебеҙҙә һәр саҡ тыныслыҡ булһын, килер быуын һуғыш күрмәй үҫһен ине, тип теләйем.

Хәсән НАЗАР, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты: Бөйөк Ватан һуғышы башланып, атайым фронтҡа киткәндә, мин әсәйем ҡорһағында ете айлыҡ ҡына булып, тыуырға ла өлгөрмәй ҡалғанмын. Атайыма улдарын (игеҙәк һыңарым Хөсәйен исемле ине, ул биш йәшендә үлеп ҡалды) ҡулына алып, күккә сөйөргә, күкрәгенә ҡыҫып һөйөргә насип булмаған. Миңә лә атайҙың көслө иңенә һыйынып, иркәләнеп үҫергә, ғүмерҙә лә “атай” һүҙен әйтергә тура килмәне: ул Ленинград өсөн барған ҡаты һуғышта һәләк була. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа, үҫмер генә йәштәреңдә яныңда атайың булмауы ниндәй оло фажиғә икәнен ошо хәлде башынан кисергәндәр генә аңлайҙыр, аңлаһа… Етемлек нужаһы минең кеүектәрҙе иртә эшкә екте, ләкин эштән үлмәнек - теләһә ниндәй этлектәргә, ауырлыҡтарға сыҙам, эт ҡайышы, йәғни ныҡ характерлы булып үҫтек. Әсәйем менән яҙғы һары һыуҙар кисеп, утынын да һөйрәп ташыным, сыбыртҡы урынына ҡуйыныма китап ҡыҫтырып, көтөүен дә көттөм, һабансы булып, бураҙналар ярҙым, бесәнен дә саптым… Атайым тураһында әсәйем һөйләгәндәрҙән генә беләм: ауыл советы рәйесе вазифаһын башҡарған, абруйлы, уңған кеше ине, ти торғайны. Малай буласаҡ, тип әйтеп, мин тыуырҙы дүрт күҙ менән көткән атайым. Фронтҡа китер төндә йоҡламайынса, миңә сәңгелдәк яһап бөтөрөп киткән. Хөсәйен менән мин тыуғас, ҡыуанысы күккә ашып, хаттар яҙа, беҙгә хат аша исем ҡуша, бөткөһөҙ сәләмдәрен юллай. Үкенескә күрә, уның хаттары һаҡланмаған. Документҡа тип төшкән бәләкәй генә фотоһүрәтенән башҡа бер нәмәһе лә юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер тапҡыр ҙа күрмәгән атайым рухы һәр саҡ минең күңелемдә йәшәй, ғүмер буйы мине йәнәшәмдән оҙатып килә. Ут эсенән яҙған хаттарында ул миңә гел бәхет, оҙон ғүмер теләп, айырым сәләмдәр юллай торған булған. Күрәһең, атам фатихаһы йәшәтәлер мине был донъяла…

Флүрә ЙӘРМӨХӘМӘТОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ветеран педагог, Мәләүез ҡалаһы: Атайым Хәсәнов Хәкимйән Дәминдар улы Хәйбулла районы Рафиҡ ауылынан 1939 йылда уҡ фин һуғышында, Халхин-Голда булып ҡайтҡан. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йыл йәнә фронтҡа китә, әсәйем миңә ауырлы булып, өҫтәүенә, ҡулында тағы дүрт бала менән уны оҙатып ҡала. Атайым ҡыйыу булған, легендар командарм, маршал Жуков етәкселек иткән армия сафында һуғышҡан. Ә был армияны, тарихтан белеүебеҙсә, ҡайҙа эш хөрт, шунда ебәргәндәр, шуға күрә мин йыш ҡына, Георгий Жуков етәкселегендә тап минең атай һымаҡ батыр йөрәкле, илһөйәр коммунистар ғына хеҙмәт иткәндер, тип уйлап ҡуям. Әйткәндәй, шуныһы бер ғәжәп: дошман өҫтөнә ҡурҡыуһыҙ ташланған ҡыйыуҙарҙы, бәхеткә, пуля ла алмаған. Курск дуғаһының утлы ғәрәсәтенән иҫән сыға атайым. Ике тапҡыр ауыр яраланып, күкрәге тулы орден-миҙалдар менән иҫән-һау ҡайтып төшә ул фронттан. Уның бер туған ҡустыһы Ғәлимйән ағайыбыҙ ҙа, башына бик ауыр яра алһа ла, шулай уҡ иҫән ҡайтты. Уның да түше тулы орден-миҙал ине. Ҡайтыу менән икеһе лә колхоз эшенә сумдылар: атайымды бригадир итеп ҡуйҙылар, көнө-төнө колхоз баҫыуынан ҡайтып инмәне, арыуҙың ни икәнен дә белмәне. Һуғыш йылдарында, үҙегеҙ беләһегеҙ, тылда балалар күпләп ҡырылды. Атайым ҡайтыуға, әсәйем биш баланы ла ҡарап, иҫән-аман һаҡлап ҡала алды. Һуғыш бөткәс, тағы өс туғаныбыҙ донъяға килде. Әсәйебеҙ ҙә бик уңған, тырыш булды. Оҫта тегенсе ине, ауылдаштарын да, күрше-тирә ауыл халҡын да ул кейендерҙе. “Зингер” машинаһында ул хатта толобона хәтлем тегеп бирер ине. Атайыбыҙ зарлана белмәһә лә, һуғыш яраларынан һыҙланғандыр. Еңеү менән ҡайтыу оло бәхет булһа ла, фронтовиктарҙың күбеһе ана шул яраларҙан мандый алмайынса, вафат булып бөттө. Әсәйебеҙ ныҡ ҡараны, бала тәрбиәләгәндәй ҡәҙерләне атайыбыҙҙы, уның тәрбиәһе арҡаһында атайыбыҙ 89 йәшкә етте. 2010 йылда атайыбыҙ вафат булды. Теүәл ике ай үткәс, уның исеменә нилектәндер ваҡытында тапшырылмаған Ҡыҙыл Йондоҙ ордены килеп төштө…

Илгиз ИШБУЛАТОВ, журналист: Беҙҙең ғаилә Бөйөк Ватан һуғышында Смоленск янындағы ҡаты һуғыштарҙың береһендә башын һалған Заһит Ишбулатовтың – ҡартатайымдың атаһының – иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Һуғышта уның менән бергә булған ауылдашы ҡайтып һөйләүенсә, ҡартатайым атакаға ташланғанда фашист пуляһынан һәләк була. Был, туғандарым раҫлауынса, Термино тип аталған хутормы, станциямы булған. Заһит ҡартатайымдың үлеме тураһында килгән “ҡара ҡағыҙ” һаҡланмағанға күрә, был атаманың дөрөҫлөгө шик тә тыуҙырып ҡуя, сөнки шул яҡтарға юл төшкәндә, урындағы кешеләрҙән һорашып, эҙләп ҡараһам да, ул урынды таба алманым. Бәлки, уның исемен үҙгәрткәндәрҙер, бәлки, бәләкәй генә хутор булған булһа, ул ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡандыр… Заһит ҡартатайымдың өлкән улы Рәхмәтулла олатайыма иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип иткән. Һуғышта ул разведчик булған. Әсәйем яғынан өләсәйемдең Әбделхан менән Әбделәхәт тигән ике ағаһы һуғышҡа китә. Икеһе лә Темәс педучилищеһын бөтөргән шәп егеттәр була. Әбделәхәт олатайым истребителдә осҡан, икеһе лә ҡыйыу һуғышҡан. Үкенескә күрә, был бөркөттәр ҙә яуҙан әйләнеп ҡайта алмаған. Яугир олатайҙарым менән ғорурланам, әммә уларҙың аҫыл ғүмерҙәре шулай өҙөлөп ҡалыуына әрнейем дә. Нисек кенә булмаһын, мин уларҙың яҙмышына битараф ҡала алмайым, ҡайҙа нисек һуғышыуҙары, ниндәй ерҙәрҙе мәңгелек төйәк итеүҙәре хаҡында бәләкәй генә булһа ла хәбәр, мәғлүмәт алыуҙан төңөлмәйем - эҙләнәм, яҙмыштарын үҙемсә ҡат-ҡат күҙ алдына килтереп, уйланам, һыҙланам…

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзитенән алынды. (http://blog.kiskeufa.ru/?p=377)


Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры мөрәжәғәте
Ғаязов Әлфис Суфиян улы,
Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры, педагогия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы


Хөрмәтле «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2013” төбәк –араконкурсында ҡатнашыусылар!Коллегалар!
Һеҙҙе Республика күләмендә үткәрелгән матур сара – туған телгә арналған ҙур тантана айҡанлы ҡайнар ҡотлайым!
Уҡытыусы ғүмере буйына киләсәк өсөн эшләй, ә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы - ғүмере буйына милләтенең киләсәге, уның яҙмышы хаҡына хеҙмәт итә, үҙ милләте һағында тора. Мәктәпкә юғары өлгөлө мәҙәниәткә эйә булған, һәр яҡлап камил булып өлгөргән, ил алдындағы изге эштәрҙе башлап йөрөүсе кешеләр әҙерләп сығарыу бурысы йөкмәтелгән. Ул мөһим бурысты заман талабынса хәл итеүҙә әсә теле ҙур роль уйнай. Башҡорт әҙәби теле – башҡорт милли мәҙәниәтенең нигеҙе, шуға күрә мәктәптәрҙә уны өйрәнеүгә төп урын бирелә. Яңы информацион технологиялар һәм мәғариф өлкәһендәге ҙур
мөмкинлектәр тыуҙырылған заманда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы алдына уҡыусыларҙың туған телгә, һүҙгә булған ҡыҙыҡһыныуын һәр саҡ үҫтерә барыу, туған телдең байлығын, төрлө һүрәтләү сараларын күрһәтеү, һүҙ һәм уның формалар төрлөлөгөн телмәрҙә ҡулланыуға ынтылыш тәрбиәләү, нәфис һүҙгә һөйөү тәрбиәләү, уҡыусыларҙы туған телдә төплө, аңлы белем алырлыҡ итеп уҡытыу бурысы ҡуйыла.
Әҙәбиәт уҡытыуҙың асылы телебеҙ алдында торған мөһим бурыстарҙан һәм әҙәбиәттең донъяны танып белеү, йәш быуынды тәрбиәләү функцияларынан сығып билдәләнә.“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсының маҡсаты – киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыусыларҙы билдәләү, мәғариф өлкәһендәге яңы идеяларҙы, алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, ғөмүмән, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү.
Башҡорт теле уҡытыусыларының ХVIII төбәк-ара конкурсы тағы ла яңы исемдәрҙе асыр, тип ышанам.
Хөрмәтле уҡытыусылар, ижади эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ярыш сәме һүнмәһен, һүрелмәһен!




Яңылыҡтар

Опрос

һеҙгә беҙҙең журнал оҡшанымы?

Бик яҡшы
Уртаса
Бөтөнләй оҡшаманы